Все новости
Мәғариф
17 Ноября 2021, 10:13

Уҡыусылар хәл итә

Күптән түгел республикабыҙҙа инициативалы бюджетлау проекты старт алды. Уҡыусылар инициативаһына таянып эшләнелгән был проектта Маяҡ ҡасабаһының 8-се һанлы мәктәбе лә ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Уҡыусылар хәл итә
Уҡыусылар хәл итә

Әһәмиәтле проекттар уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә нигеҙләнергә һәм урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Шулай уҡ бында уҡыусылар менән ата-әсәләр, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашасаҡ һәм мәктәп территорияһын, инфраструктураһын яҡшыртыуҙы бергәләп хәл итәсәктәр.
Октябрҙә балалар проекттар төҙөү, һайлап алынған инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыу, яуаплы кешеләрҙе билдәләү, субсидия суммаларын дөрөҫ иҫәпләргә өйрәнеү буйынса кәңәшмәлә ҡатнаштылар. Бындай саралар балаларҙы ижади процесҡа йәлеп итергә һәм уларҙың ихтыяждарын асыҡларға ярҙам итә. Ошо көндәрҙә улар үҙҙәренең идеялары менән сығыш яһап, проекттарын яҡлаясаҡтар. Киләсәктә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы проект һайланып алынасаҡ һәм еңеүсе эше инициативалы бюджетлау конкурсында ҡатнашасаҡ.
Лилиә ШӘКҮРОВА, Маяҡ ҡасабаһындағы 8-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: