Все новости
Мәғариф
19 Ноября 2021, 13:46

Йөҙйәшәр мәктәп

Павловка мәктәбенә - 95 йәш. Бер быуат ғүмер ҙә ул. Бөгөнгө ығы-зығы, коронавирус-ғәләмәт тип күҙ уңынан ысҡынған, тот та һыпырт бөгөн Уңғарға.

Йөҙйәшәр мәктәп
Йөҙйәшәр мәктәп
Мәктәп уҙған быуаттың егерменсе йылдарында һалынған. Ил нимә күрә, барыһын да үҙ башынан кисереп, бына, ошо көндәргә килеп еткән. 
Әле 24 бала уҡый, 8 уҡытыусы. Ә бар ине бит заманалар, бында 300-гә яҡын уҡыусы була торғайны.
Ремонт тигәндең төҫөн онотҡан, былтыр был мәктәпте тамамлаған уҡысылар үҙҙәре, аҡса йыйып, аҙыраҡ ремонт һымаҡ нәмә яһайғайнылар (100 мең һум самаһы аҡса йыйҙылар), тик был ғына етәме ни, иҙәндәре шығырҙап тора, стеналары... Хәйер, юбилей бит, насарҙы әйтке килмәй. Музейында булдыҡ. Экспонаттары бай, ҡайһы берҙәрен күреп, илап ебәрә яҙҙыҡ-  ностальгия. 
Былар тураһында - киләһе һандарҙа. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: