

Уҡыусылар инициативаһына таянып эшләнелгән был проектта ҡаланың 5-се һанлы мәктәбе лә бик теләп ҡатнашты. Унда 14 йәштән алып балалар үҙҙәренең төрлө пректтарын төҙөнө һәм был эш бик уңышлы килеп сыҡты. Уҡыусылар үҙҙәренең идеялары менән сығыш яһап, проекттарын яҡланылар. Улар араһында бик күп тауыш менән “Мәктәп лабораторияһы” проекты һайланып алынды. Лаборатория мәктәпкә ижад менән уйлау, планлаштырырға, дисциплинаға өйрәтеү, һөҙөмтәләреңде күреү һәм башҡалар өсөн бик уңайлы һәм кәрәк. Был тәҡдимде тормошҡа ашырыуҙа мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр, эшҡыуарҙар, спонсорҙар ҙа йәлеп ителде. Беҙҙең идеябыҙ тормошҡа ашыуына беҙ бик шат.
Аркадий МИТЧЕНКОВ, 5-се мәктәптең 11 класс уҡыусыһы, уҡыусылар Советы рәйесе