

Элекке ваҡытта китапхана балалар тормошонда ҙур, әһәмиәтле урын ала ине. Хәҙер күбеһе интернет селтәрендә гиҙә, тик унда ла ҡайһы бер мәғлүмәтте табып булмай. Сараларға, дәрестәргә әҙерләнеү өсөн материалдарҙы журналдарҙан, китаптарҙан әҙләй башлай. Шулай итеп китаптарҙың, китапханаларҙың әһәмиәте әле лә ҙур булыуына инанабыҙ. Китап - белем усағы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Шуға күрә балаларҙа ла китап уҡыуға һөйөү уятыу өсөн мәктәп, ҡала китапханаларына йөрөтөү мотлаҡ.
Ҡаланың балалар моделле китапханаһының 4-се филалына 3-сө БРГИ-ның 7-се “А”, “Б” класс уҡусылары ла бик теләп йөрөйҙәр. Улар бында ойошторолған конкурстарҙа, мастер-кластарҙа, викториналарҙа, акцияларҙа, сараларҙа ҡатнашалар.
Йәмле, матур, һәм йылы булған китапханала балалар өсөн бик күп ҡыҙыҡлы китаптар йыйылған. Хеҙмәткәрҙәр ҙә уҡыусыларҙы йылы ҡаршы ала, китап һайлауҙа кәңәштәр бирә.
Ыңғай тәҫьорттар бүләк иткәндәре, ҡыҙыҡлы саралар, мастер-класстар үткәргәндәре өсөн китапхана мөдире А. Г. Жеребцоваға, китапханасылар Г.Ф. Меркулова менән Е. С. Габургановаға рәхмәттәр еткерәбеҙ.
Оло хөрмәт менән 3-сө БРГИ тәрбиәсеһе Л.Х. ИЛГИЛДИНА һәм 7-се “А” һәм “Б” кластары уҡыусылары.