Улар әле (кем Йыл уҡытыусыһы конкурсында еңгән, шулар) Өфөлә йөрөп ята. Республика кимәлендә районды яҡлайбыҙ тип китеп барҙылар. Жанна Тунасова (Яңы Таймаҫ), Зоя Балакина (Ермолаево), Фидан Йәрмөхәмәтов (Яҡшымбәт). Данлыҡлы уҡытыусыларыбыҙ башҡалала аҙна аҙағына тиклем ятасаҡ. Эштәре күп: асыҡ дәрестәр, класс сәғәте, мастер-класс, тағы әллә ниндәй бәйгеләр...
Бөтәһе лә бер ерҙә ҡуна ятамы? Юҡ, һәр береһе хәленән килгәнсә урын тапҡан. Ашауҙары ла шулай, таймаҫтар ике сумка тейәп алып киткән, барыһы ла натурпродукт, ҡаҙы, ит, картуф....Юлығыҙға аҡса бирҙеләрме - юҡ, үҙегеҙҙекен тотоноп тороғоҙ ҙа, ҡайтҡас, ҡайтарырбыҙ тигән етәкселәре.
Жанна менән Гөлназ Әҙһәмова ла бергә юлға сыҡҡан - бергә күңеллерәк, ышаныслыраҡ. Ысынлап та, Өфө буйлап күңелле генә йөрөп яталар. Бөтәгеҙгә лә сәләмдәрен күндерҙеләр. Рәхмәт. Юлығыҙ уң булһын, егттәр-ҡыҙҙар. Көйөргәҙе уҡытыусыларының ниндәйлеген күрһәтеп,, дан-шөһрәткә күмелеп ҡайтығыҙ.