Все новости
Мәғариф
3 Апреля 2022, 10:53

Йөрəгем - балаларға

Шишəмбе көнө районыбыҙҙың Пионерҙар йортонда "Йөрəгемде балаларға бирəм- 2022" һөнəри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

Йөрəгем - балаларға
Йөрəгем - балаларға

Быйыл был конкурста дүрт өҫтəмə белем биреү педагогы ҡатнашты. Бəйгенең еңеүсеһе тип Ермолаевоның коррекция-интернат мəктəбенең "Ритм" ойошмаһы етəксеһе Аделия Хəнбəкова билдəлəнде. Икенсе урында Ермолаевоның 2-се мəктəбенəн - Ольга Плеханова, өсөнсө урында Яҡшымбəт мəктəбенəн - Зөлфирə Булатова яуланы.
Еңеүсе апрелдең аҙағында республика кимəлендə үткəрелгəн сарала көс һынашасаҡ. "Сараның ситтəн тороп үткəрелəн беренсе өлөшөндə педагогтар дəрестəренең видеояҙмаһын ебəреп, өҫтəмə белем биреү программалары менəн таныштырҙылар. Икенсе өлөшөндə командала эшлəй белеүҙəрен, шəхси конкурста үҙҙəренең һөнəри оҫталыҡтарын, ижади фекерлəүҙəрен, балалар менəн эшлəү алымдарының үҙенсəлектəрен күрһəттелəр. Был конкурс өҫтəмə белем биреү өлкəһендəге хеҙмəткəрҙəрҙең абруйын күтəрергə ярҙам итə, тəжрибə менəн уртаҡлашып бер-береңдең эшен күреп, үҙеңдең эшеңде лə ситтəн баһаларға өйрəтə", - ти пионерҙар хəрəкəте буйынса методист Гөлназ Юлтаева.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: