Все новости
Мәғариф
21 Апреля 2022, 13:08

Әҙер булырға кәрәк

Һуңғы ваҡыт балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышыраҡ ишетелә. 

Әҙер булырға кәрәк
Әҙер булырға кәрәк

Әлбиттә, бының сәбәбе төрлө булырға мөмкин, тик күбеһенсә, психикалары нығынмаған, уҡыусы балалар төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡурҡып ошо аҙымға бара. Әлбиттә, мәктәптәрҙә психологтар, төрлө алымдар ҡулланып, балалар менән ныҡлы әҙерлек алып баралар, тик бында атай әсәйҙәрҙең дә яуаплылығы ҙур роль уйнауын әйтеп үтергә кәрәк.

Әлеге ваҡытта барған махсусоперация ла балалар өсөн эҙһеҙ үтмәй. Интернетта көн дә тиерлек үлеп ҡайтҡан һалдаттарҙы, ҡот осҡос күренештәрҙе күргән балаларҙа ҡурҡыу тойғоһо уяна, баштарында төрлө уйҙар барлыҡҡа килә. Ата-әсәләр был хәлде балаларына дөрөҫ итеп аңлатып, уларҙы тынысландырырға тейеш.
Ата-әсәйҙәр өсөн иң мөһиме - баланың иҫән-һау булыуы, шуны барыһы ла аңлаһын ине. Балалары менән тығыҙ бәйләнештә булып, уларҙы һәр саҡ ҡеүәтләндереп, дәртләндереп, уларҙа үҙ-үҙҙәрендә, үҙ көстәрендә ышаныс тыуҙырып тороу бик мөһим. Бер бала ла атестат алмай ҡалмай, мәктәптә баланы имтихандар бирҙермәй, уларҙы күсермәй ҡалдырыу маҡсаты юҡ, уҡытыусылар һәр балаға ҡулынан килгәнсе ярҙам итеп, белем бирергә тырыша. Шуны ата-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа аңлаһа, бик яҡшы булыр ине.
Дания Юлтаева, 3сө БРГИ-ның педагог-психологы

Материал тулы килеш үткән һанда сыҡты.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: