Все новости
Мәғариф
25 Апреля 2022, 16:37

Формаларға йәм өҫтәлде

Күмертау ҡалаһының 3-сө һанлы Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли костюмдары көнөнә арналған саралар үтте. 

Формаларға йәм өҫтәлде
Формаларға йәм өҫтәлде

Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Харрасова Ф.Р. етәкселегендә уҡыусылар тарафынан ойошторолған “Милли костюмдар көнө” радиотапшырыуы старт бирҙе.
Был көндө күп уҡыусылар милли биҙәүестәр ҡушылған кейемдә килеп, ғәҙәти формаларына йәм өҫтәнеләр. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар байрамда әүҙем ҡатнаштылар. Бөтә кластарҙа ла “Башҡорт халҡының милли кейеме» исемле тематик дәрестәр үткәрелде. Тәрбиәсе Г.Г. Фәрхүтдинованың оҫталыҡ дәресендә милли кейем элементтары һәм уларҙың үҙенсәлектәре менән танышыуға уникаль мөмкинселек булдырылды. Гимназиялағы төбәкте өйрәнеү музейында уҡытыусы Таипов И.Х. һәм китапханасы Аллағолова Э.Х. үткәргән асыҡ дәрестә лә уҡыусыларға милли кейемдәрҙең тарихы менән танышыу мөмкинлеге асылды. Бикмөхәмәтов Р.Р. етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарған халыҡ көйҙәре үткән сараларҙа үҙенсәлекле атмосфера булдырҙы.

Рәмилә ИШКИНИНА, 3-сө БРГИ-ның тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: