Все новости
Мәғариф
3 Мая 2022, 12:56

Рәхим итегеҙ!

Римма ИБРАҺИМОВА:- Вероника ҡыҙымды бында октябрҙə күсергəйнек. Мəктəп бик матур, уҡытыусылар ҙа яҡшы. Беҙгə бик оҡшай, шуға күрə быйыл 1-се класҡа Денис улымды ла Прогимназияға бирəбеҙ.

Рәхим итегеҙ!
Рәхим итегеҙ!

Гөлнара ДƏҮЛƏТОВА, 2-се А класы етəксеһе:
- Беҙ туған телебеҙҙə иркен аралашабыҙ, уҡыйбыҙ, ғөрөф-ғəҙəттəребеҙҙе белергə тырышабыҙ, башҡорт уйындарын уйнарға яратабыҙ. Шулай уҡ инглиз телен дə яратып өйрəнəбеҙ. Сарала «Минең ғаилəм. My family» дəресенең бер өлөшөн күрһəттек: «Бармаҡтар ғаилəһе» йырын башҡорт-инглиз телдəрендə башҡарҙыҡ. Байрамға тип, алдан əҙерлəй башлаған ҡул эшебеҙ - түшелдеректəрҙе лə эшлəп бөтөп, өлгөрттөк.
Бына шулай аҡыллы, тəртипле, тырыш балалар уҡый беҙҙең Прогимназиябыҙҙа! Уҡыу йортобоҙ заманса йыһазландырылған, балаларҙың үҫеше өсөн бар мөмкинлектəр тыуҙырылған. Прогимназияға рəхим итегеҙ!

М. Исҡужин исемендәге прогимназияла үткән сара тураһында гәзиттә тулыраҡ баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: