Все новости
Мәғариф
19 Мая 2022, 10:43

Кескәйҙәр донъяһында

Бөгөн, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияһының мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн бинаһында, кескәйҙәр ата-әсәләр, ҡунаҡтар өсөн йомғаҡлау асыҡ дәрестәре күрһәтте.

Кескәйҙәр донъяһында
Кескәйҙәр донъяһында

Беҙгә, атай-әсәйҙәргә, Айгөл Ихсанова етәкләгән уртансы төркөм балаларының танып-белеүҙе үҫтереү дәресен ҡарау бәхете тейҙе. Балалар баҡсаһында тәрбиә, белем биреү эштәре юғары кимәлдә алып барылыуын алдан да яҡшы белә инек, йомғаҡлау дәресе тағы бер тапҡыр шуны иҫбатланы. Кескәйҙәр тәрбиәсенең күҙҙәренә ҡарап, ярты һүҙҙән аңлап торалар, 4-5 йәштә генә булһалар ҙа, үҙҙәрен тәртипле, тыйнаҡ тота белеүҙәре, тәрән белемдәре асыҡ сағылып торҙо.
Матур сараны балалар баҡсаһының етәксеһе Әнисә Сәғит ҡыҙы рәхмәт һүҙҙәре менән тамаланы. Беҙ ҙә барлыҡ атай-әсәйҙәр исеменән, балалар баҡаһының коллективына кескәйҙәр донъяһын күреү мөмкинселеге өсөн, шулай уҡ фәһемле, ҡыҙыҡлы, матур дәрес күрһәткән тәрбиәсебеҙ Айгөл Сәлих ҡыҙы Ихсановаға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Кескәйҙәр донъяһында
Кескәйҙәр донъяһында
Автор:
Читайте нас: