Все новости
Мәғариф
20 Мая 2022, 15:26

Төплө уйлау

Ул бәләкәйҙән шулай булды, күберәге етди, һәр нәмәгә үҙенең төплө ҡарашы бар. Дәрестәрҙә лә уйламай бер ни һөйләмәне, гел һәр һүҙен самалап, һәр фекерен нигеҙләп әйтер ине.  

Төплө уйлау
Төплө уйлау
Венер Сабанчин. РПЛИ директоры. Был уҡыу йортонда ремонт башланды тип әйткәйнек тә буғай, әйтеүен әйттек, ә барып күргән юҡ. Венер Ришат улы бөгөн үҙе саҡырҙы - бында ғәләмәт эштәр башҡарылып ята, әйҙәгеҙ. 
РПЛИ тыштан да, эстән дә яңыра. Һәр кабинет, китапхана, бәҙрәф, кордирҙар, ашхана.... 
- Таңдан алып төн уртаһына тиклем башҡарыла эштәр, - йәш директор үҙенә яңы йорт һалып йөрөймө ни, ныҡ шат.-  Яңы уҡыу йылына өлгөртәбеҙ. 
- Ни бит, аҡса ҙур, алдыңды-артыңды ҡарап ҡына йөрө инде, - ололарса кәңәш бирмәксебеҙ. 
- Һәр эште мин бер үҙем ҡабул итмәйем, хатта ата-әсәләр комитеты ла актҡа ҡул ҡуя. Ҡайһы ере оҡшай-оҡшамай, дөрөҫ-дөрөҫ түгел, улар ҙа ҡарай. 
Венер Сабанчинмы һуң уға аҡыл өйрәтә торған кеше, әйтәбеҙ бит, бәләкәйҙән ергә ныҡлы аяҡ баҫып торған кеше булды. 
- Быйылдан РПЛИла инженер кластары ла асабыҙ.
Бөтә булған һөйөнөстәрен һөйләп ҡалырға ашыҡты, ә улары күп, ҡапыл ғына башҡа һыйып бөтөрлөк тә түгел. 
Кемдер ҡайҙа уҡырға барайым тип икеләнеп, уйланып йөрөймө? Төплө генә уйлағыҙ ҙа...  Яуапты үҙегеҙ беләһегеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: