Все новости
Мәғариф
25 Мая 2022, 13:02

БРГИ ғорурлығы

БРГИ ла ҡул сабыуҙыр бөгөн күп булды.  

БРГИ ғорурлығы
БРГИ ғорурлығы

Шулай ҙа, ниндәй ҙә булһа тантанала, нисек кенә булмаһын, кемгәлер ҡулды нығыраҡ сабалар. Башҡалар, үпкәләһә үпкәләй, әммә донъя шулай ҡоролған - кемдер, тимәк, халыҡ ихтирамына күберәк лайыҡлы. 

БРГИ-ла "Йыл ҡаҙанышы" номинацияһын йәнә бер кеше алды. Флүзә Юламанова. Директор урынбаҫары. Хәйер, вазифаһын әйтмәһәң дә була, Флүзә Шәкүр ҡыҙын кем белмәй? 27 йыл педагогик стаж, ошо сама ваҡыт БРГИ-ла, кемдер, түҙмәй, күҙ йәштәрен һөртөп алды. Шатлыҡтан, бәлки, һағыштандыр....
Ҡотлайбыҙ, Флүзә Шәкүр ҡыҙы, Йыл ҡаҙанышы тигәне, беҙҙеңсә, саҡ ҡына дөрөҫ булманы, БРГИ ҡаҙанышы йәки ғорурлығы тигән исем нығыраҡ килешер һымаҡ ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: