Мәғариф
28 Мая 2022, 06:52

Дәртләнеп ҡайттыҡ

Башҡорт Дәүләт университеты республиканың тәрбиәселәрен йыйҙы. 

Дәртләнеп ҡайттыҡДәртләнеп ҡайттыҡ
Дәртләнеп ҡайттыҡ
Бында "Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учрежденияларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаhына арналған Республика семинары утте. БДУға барлығы 49 муниципаль берәмегенән тәрбиәселәре йыйылғайны. 
Башҡорт филологияhы, шәрҡиәт hәм журналистика факультеты уҡытыусылары төҙөгән " Өләсәйем әкиәттәре" дидактик альбомының исем туйы үткәрелде, университет барлыҡ йыйылған тәрбиәселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әуерелде.
Беҙҙең өсөн бик фәhемле сара булды был, үҙебеҙгә тәжрибә, белем туплап, йылы тәьҫораттар менән, артабан да дәртләнеп, ең hыҙғанып эшләргә тигән ниәт менән ҡайттыҡ. 
Рәсимә Ялсыҡаева, Яҡут ауылы
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас