Мәғариф
8 Июнь 2022, 11:40

Ямғыр ҡамасау түгел

Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге прогимназия балалары йырҙарҙы күп белә. 

Ямғыр ҡамасау түгелЯмғыр ҡамасау түгел
Ямғыр ҡамасау түгел

Кем дә кем уларҙың сығыштарын тыңлағаны бар, шул әйтер - репертуарҙары бай. Бөгөн уларға "Ямғыр яуа - нишауа" тигән йырҙы йырлаһалар, килешер ине. Көн торошо насар тип тормағандар, сәйәхәткә сыҡҡандар, йыраҡ китмәгәндәр, Күмертауҙы әйләнеп йөрөгәндәр. Апайҙары ҡала тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгән, төрлө тарихи урындарҙы күрһәткәндәр. Бына, күпме ғүмер йәшәп, Күмертау тураһында бик яҡшы белмәгәндәр икән дә. Бик бай сәйәхәт булған был, кәйефтәре бик күтәрелгән, хатта быға ямғыр ҙа ҡамасалай алмаған. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас