Мәктәп автобустары. Кеше медосмотр үтеп үҙенең шәплеген тикшертһә, йәнһеҙ техниканы ЮХХДИ хеҙмәтҡәре ҡарай, "доктор" ролендә алыштырғыһыҙ кеше - полиция капитаны Рахманғолов Айнур. Ул, автобустарҙың ниндәй хәлдә икәнен бер күҙ ҡарашынан белә тиергә була, тәжрибә ҙур. Әле лә 26 автобусты, водителдәре менән бергә тикшерҙе, эш етди, был техника балаларҙы йөрөтәсәк, шуға барыһын да энәһенән ебенә тиклем үткәрҙе.
Йола буйынса, беҙҙән бер генә теләк: яңы уҡыу йылы хәүефһеҙ булһын, техника төҙөк, уҡыусылар гел шат булһын.