Бындағы урамды тултырып, машиналар йыйылған. Уҡыу башланғанмы әллә - юҡ, бөгөн бында мөғәлимдәр ултырыш үткәрә. "Мәғәнә киңлеге" (Пространство смыслов) тип аталған дискуссион майҙан эшләй.
Әле ситтән генә һоҡланып ҡарап торабыҙ уҡытыусыларға, шул тиклем матурҙар, дәртлеләр, йылмайышып ҡына ултыралар - йыл буйына әлегеләй ҡалырға булһын һеҙгә, педагогтар.
Август кәңәшмәһенең пленар өлөшө ҡалала иртәгә була.