Все новости
Мәғариф
3 Сентября 2022, 15:30

"Дистанцион уҡыу булмаһын"

Земфира Байбулатова, 5-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

"Дистанцион уҡыу булмаһын"
"Дистанцион уҡыу булмаһын"

- Яңы уҡыу йылын илһөйәрлек кәйефе менән ҡаршы алабыҙ. Сөнки быйыл уҡыу аҙналары дәүләт флагтарын күтәреүҙән һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланды. Флаг һәр аҙна аҙағында һуңғы дәрестә төшөрөләсәк. Барлыҡ мәктәптәр ҙә дәүләт символикалары менән тьәмин ителде, ә 1-се класс уҡыусылары “Тирә-яҡты өйрәнеү” фәне эсендә Рәсәй тарихын өйрәнә башлаясаҡ. Был уҡыусыларҙа тыуған-яҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, илһөйәрлек тәрбиәләйәсәк. Шулай уҡ бөтә Рәсәй мәктәптәрендә лә “Мөһим һөйләшеүҙәр” тип аталған класс сәғәттәре индереләсәк. Унда балалар менән Рәсәй йәмғиәтенең ҡиммәте, байлығы, сәйәси-ижтимағи темалар тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Дәрестәр уҡысыларҙың йәшенә ҡарап төрлө форматта үтәсәк. Билдәле кешеләрҙе саҡырыу, дискуссиялар үткәреү, кинолар ҡарау һәм башҡалар ҙа индерелгән. Был дәрестәргә йылына 34 сәғәт ҡаралған.
Быйыл туған тел булараҡ уҡытыласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбитәе дәрестәре сәғәте артыуы ла һөйөндөрҙө.
Шулай, эшебеҙ бик күңелле сараларҙан башланып китә, барлыҡ уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға ла уңыштар, аҡ юл теләп ҡалам. Иң мөһиме дистанцион уҡыуҙар булмаһын тип теләйем, сөнки ситтән тороп уҡыу - төплө белем алыу түгел.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: