Все новости
Мәғариф
3 Сентября 2022, 15:36

"Ҡыуаныстар менән ҡаршы алам"

Зилә Әбхәлимова, Республика политехник лицей-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

"Ҡыуаныстар менән ҡаршы алам"
"Ҡыуаныстар менән ҡаршы алам"
- РПЛИ-ла мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ егерме йыл эшләйем. Быйыл ошо 20 йыллыҡ датамды ҙур ҡыуаныстар менән ҡаршы алам, сөнки ошо арауыҡта мин бик күп конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып ҙур уңыштарға өлгәштем, уҡыусылар менән дә бихисап еңеүҙәр яуланыҡ. 2016 йылда уҡытыусылар араһындағы бәйгелә ҡатнашып 50 мең һумлыҡ грант отһам, быйыл да ошо грантҡа лайыҡ булыуым мине тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. 2018 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» бәйгеһендә финалға үтеп грантҡа лайыҡ булыуым да мине илһамландырып ебәргәйне.
Яңы уҡыу йылын яңы ремонт үткән, матур итеп йыһазландырылған, яҡты уҡыу йортобоҙҙа ҡанатланып ҡаршы алам. Киләсәктә лә ошо нурлы лицейыбыҙҙа уңыштарға өлгәшеп эшләргә яҙһын.
Барлыҡ коллективыма рух ныҡлығы һәм уңыштар теләйем. Уҡыусыларыбыҙ тырышып уҡыһындар һәм уларға ла уңыштар йылмайып ҡына торһон.
Материал тулы килеш (ҡала мәғрифы) август айының һуңғы һанында, гәзиттә, баҫылды. 
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: