Все новости
Мәғариф
6 Сентября 2022, 10:04

Яңы уҡыу йылы ҡотло булһын!

3-сө БРГИ - ла Белем байрамы бик матур, ойошҡанлы үтте. Сара уҡыусыларҙың гимндар йырланыуы һәм флаг күтәреү менән асылды.

Яңы уҡыу йылы ҡотло булһын!
Яңы уҡыу йылы ҡотло булһын!

Байрамға ветеран - педагогтар, атай - әсәйҙәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Насип улы Моратбаҡыев, аппарат етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов, Мәғариф һәм фән министрлығы бүлек етәксеһе Илгиз Әхтәм улы Салихов, Кумертау ҡалаһы Советы депутаты Ришат Рәшит улы Вәлитов һәм Маргарита Фәнит ҡыҙы Моратбаҡыева, Ҡала ҡоролтайы етәксеһе, ҡала Советы депутаты Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова, "Юшатыр" гәзите рәйесе Малик Минибулат улы Ильясов, сығарылыш уҡыусыбыҙ, йырсы, "Юлдаш" радиоһы бүлек етәксеһе Илнур Рамаҙанов һәм сығарылыш уҡыусыбыҙ Элмира Зиянбаева килде.
Р. С. Баянов БР етәкселегенең ҡотлау һүҙҙәрен уҡып, ҡоролтай исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. И. Ә. Сәлихов Мәғариф һәм фән министрлығы сәләмен еткерҙе.
Илнур Рамаҙанов "Юлдаш " радиоһы етәкселегенең бүләген тапшырып, йыр йырланы, Э. Зиянбаева матур итеп бейене.
Сарала яңы асылған Шайморатов класы уҡыусылары патриотик шиғырҙар ятланы, йыр йырланы.
Һуңғы ҡыңғырау яңғырауы менән уҡыусылар класс етәкселәре, тәрбиәселәре, ата - әсәләре менән беренсе дәрескә юлланды.
Белем байрамы аҙағында уҡыусылар ветерандарға, педагогтарға сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Байрам тамамланды, иртәгә уҡыусыларҙың дәрестәре башлана. Яңы уҡыу йылы ҡотло булһын!
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, 3-се һанлы БРГИ директоры

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: