Все новости
Мәғариф
8 Сентября 2022, 12:06

Сикһеҙ ғорурланам

Жанна Тунасова, Р.Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, республиканың 5 иң шәп рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемлегенә инеүсе:- Уҙған уҡыу йылы минең өсөн бигерәк тә сараларға бай булды.

Сикһеҙ ғорурланам
Сикһеҙ ғорурланам

Республика кимәлендә үткән "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңеүем өсөн үҙемдең төплө, ышаныслы командама рәхмәтлемен. Бергә эшләгән коллегаларыма, район мәғариф бүлегенә, уҡыусыларыма, уларҙың ата-әсәйҙәренә ҙур рәхмәтлемен. Улар минең еңеүемә ышанып, мине хуплап, бар яҡтан да ҡанатландырып, ярҙам итеп, минең өсөн хафаланып, янып-көйөп торҙолар. Ошо тиклем ҙур ихтирам, иғтибар бүлеп, минең менән бергә ҡыуанған барыһына ла ҙур рәхмәтлемен һәм ысын күңелдән шатмын! Барлыҡ коллегаларымды яңы уҡыу йылы менән ысын күңелдән ҡотлайым, уларға яңы үрҙәр, яңы асыштар, эштәрендә ҙур уңыштар, аяҙ күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ һәм яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, илһамланып эшләүҙәрен теләп ҡалам.
Жанна Олеговнаның тулы фекере уҙған һанда баҫылды.

Сикһеҙ ғорурланам
Сикһеҙ ғорурланам
Автор:
Читайте нас: