Все новости
Мәғариф
16 Сентября 2022, 09:47

"Халыҡ уҡытыусыһы"

Ҡансыра газы һымаҡ ялҡынлы сәләм алып, һеҙҙе күрергә ашҡынып, күмере бөткән Күмертау вертолетында осоп килдем!, - тине ветеран уҡытыусы.  

"Халыҡ уҡытыусыһы"
"Халыҡ уҡытыусыһы"

Был мәртәбәле ҡорҙа ҡатнашыуыма, һеҙҙе күреүемә сикһеҙ шатмын! 50 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым, 4 йыл район гәзитендә эшләнем. Күмертауҙа иң тәү башлап башҡорт кластарын астырҙым. Бик күп ҡаршы тороусылар булды. Ҡалала бер үҙем башҡортса уҡыттым. Миңә ҡаршы һөжүмдәр ҙә булды. Бирешмәнем – 100-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әҙерләнем, күптәре редакцияла эшләй. Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам. Бигерәк тә Урал Килсенбаев уңыштарына ҡыуанам! Бөтәһен дә әйтеп бөтөп булмай. Тәүҙә тыуған ауылым Таймаҫта уҡыттым. 1967 йылда Күмертауҙа бөтә Башҡортостандан йыйылған балаларҙы уҡыта башланым...

Материал тулы килеш гәзиттә бөгөн сыҡты. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: