Все новости
Мәғариф
5 Октября 2022, 14:32

Ҡошсоҡтарым

Рәмилә КУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы.

Ҡошсоҡтарым
Ҡошсоҡтарым

Кескәй генә ыҡсым оябыҙҙа
Ҡанат нығыталар балаларым.
Шаян турғай кеүек тиктормаҫтар,
Һайрап ҡына торор былбылдарым.

Һәр иртәлә ғилем – аҙыҡ ташып,
Туҡландырам ғәзиз ҡошсоҡтарым.
Һауаларҙы иңләп осҡан һайын,
Үҫә бара белем – ҡанаттары.

Һиҙгерлегем бөркөт ише, беләм:
Кемдә шатлыҡ, йәки һағыш барын.
Мин - инә ҡош, һөйөү- наҙым менән
Имләп кенә торам ҡаурыйҙарын.

Ҡарлуғасмы, әллә һандуғасмы,
Барсаһы ла татыу шул ояла.
- Һаҡланығыҙ, тием осҡан саҡта
Ҡоҙғон кеүектәрҙән был донъяла.

Ҡанат нығыта ла балаларым,
Юл алалар ҡарап офоҡтарға.
Ыласындай бейек осоғоҙ, тип,
Ҡарап ҡалам осҡан ҡошсоҡтарға.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: