Все новости
Мәғариф
5 Октября 2022, 08:55

Әйтеп кенә бөтөрөрлөк түгел

Бына бит улар үҙҙәре - иртә менән үк телевизорҙа ултыралар. 

Әйтеп кенә бөтөрөрлөк түгел
Әйтеп кенә бөтөрөрлөк түгел
Яҡшымбәт мәктәбе директоры Гөлнур Аҡһарова һәм ошо уҡ мәктәптең алдынғы уҡытыусыһы Зилә Түләкова. 
Телевизорға барырға сәбәп етди, берҙән, бөгөн Уҡытыусылар көнө, икенсеһе тағы ла етдиерәк - Яҡшымбәт мәктәбе үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Эфир ваҡыты ҡыҫҡараҡ, барыһына да һөйләп бөтөрлөк түгел, Яҡшымбәт мәктәбенең тарихы бик бай, шулай ҙа телевизор ҡараусылар ҙур ҡаҙандағы ашты аҙ ғына булһа ла, тәмләй алды - былар хәтәр халыҡ икән.
Әйткәндәй, Юшатырҙа тиҙҙән Яҡшымбәт мәктәбе тураһында материал донъя күрәсәк, ә шәмбе көнө ҙур тантана - Яҡшымбәт ауылы олоһон-кесеһен үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: