

400 – 500 бала уҡыған Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыларҙың белем күрһәткестәре, тәрбиә, спорт өлкәһендәге, район-республика конкурстарында күрһәткән юғары ҡаҙаныштары менән һәр саҡ айырылып торҙо. Уҡытыусыларыбыҙ Бикмаева Фәниә Фәттәхетдин ҡыҙы, Бикмаев Риф Әхмәтйән улы, Бикмаева Фәриҙә Карамат ҡыҙы, Кужакова Шәмсеҡәмәр Морат ҡыҙы, Исламғолова Хаят Кәлимулла ҡыҙы, Кинйәбаев Ниғмәтйән Әхмәтғариф улы, Кинйәбаева Наилә Сәғиҙулла ҡыҙы, Исхаҡов Мәҡсүт Ситдиҡ улы, Исламғолов Әхтәм Хайбулла улы, Келәүлина Лена Барый ҡыҙы, Бикмаева Фәниә Зәйнулла ҡыҙы, Сәлтәшева Кәфиә Мифтахетдин ҡыҙы, Ғәлиева Фәниә Рәхимйән ҡыҙы, Сәлтәшева Зарифа Ғәлиулла ҡыҙы, Хизбуллина Фәниә Мөхәммәт ҡыҙы - үҙ фәнен ысын мәғәнәһендә яратҡан, тәрән белемле педагогтар ине. Шуғалыр ҙа һәр йыл һайын мәктәп юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны күрһәткестәре буйынса яҡшылар рәтендә булды.
Алыҫ бала саҡ илендә ҡалған, онотолмаҫ булып һаҡланған күренештәр һағындырып, күҙ алдына баҫа, мин уларҙы бер епкә теҙергә тырышам.
Бер ҡатлы мәктәптең кескәй ҡапҡаһынан инеүгә һул яҡта һары бронзанан эшләнгән пионер һыны ҡаршы ала.
Гөлсирә БОҪҠАНОВА-ШӘҺИЕВА, Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.