

"Шайморатов" класының тәрбиәүи эш планына ярашлы, беҙ, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 5"Б" класы, класс етәксебеҙ Флүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасова һәм ата-әсәләр: Екатерина Владимир ҡыҙы Ҡасимова , Рәмилә Рәүеф ҡыҙы Маркабаева менән берлектә Өфө ҡалаһына экскурсияға барып ҡайттыҡ.
Сәйәхәтебеҙҙең төп маҡсаты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын һәм Шайморатов генералға арналған һәйкәлде барып күреү ине. Экскусияла музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләнеләр. Бай фото-документаль материал, ҡорал, наградалар, хәрби форма, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре, һуғыш осоро көнкүреш әйберҙәре, байраҡтар ҡуйылған мөйөштәр менән таныштырҙылар. М. Шайморатовтың шәхси әйберҙәре һаҡланған витриналарҙы күрҙек. Фотоматерилдар исемлеге араһында үҙҙәренең ҡартатайҙарының, ҡарт олатайҙарының исемдәрен күргән Абдрахманов Линар, Ишморатова Амалия, Маркабаева Азалия, Яҡупова Кариналар айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙеләр. Экскурсия аҙағында беҙгә бик ҡыҙыҡлы интерактив уйын тәҡдим иттеләр. Музейҙан беҙ тәьҫоратланып, ҙур ҡәнәғәтлек хистәре алып сыҡтыҡ.
Айнур МӘМБӘТОВ, 3-се БРГИ-ның "Шайморатов" класы командиры