Мәғариф
15 Ноябрь 2022, 09:12

Алыштырғыһыҙҙар

Мәктәптә иң мөһим вазифа ниндәй?

АлыштырғыһыҙҙарАлыштырғыһыҙҙар
Алыштырғыһыҙҙар
Һәр кем үҙенсә әйтер, директор - мин ул тиер, барыһының да башында мин торам, физкультурник, әлбиттә, мин тиер, һаулыҡ булмаһа, уҡығы киләме ни, трудовик та бирешмәҫ, минең вазифа иң мөһиме тиер, хеҙмәт кешене маймыллыҡтан сығарған. 
Беҙҙеңсә, мәктәптә иң мөһим вазифа -  завуч. Ул бер көн мәктәптә булмаһа ла, барыһы ла ҡойолор ҙа төшөр һымаҡ.
Район завучтары, әйткәндәй, бөгөн мәктәптә юҡтар. Улар Стәрлетамаҡта. Семинарҙа ҡатнашып йөрөйҙәр. Үҙҙәре әйтеүҙәренсә, өйҙәгеләр, тиҙерәк ҡайтығыҙ тип йонсота икән үҙҙәрен. 
Ҡайтырҙар. Ә әлегә йөрөп ҡалһындар әле, фотоға ла төшһөндәр бер юлы. Лира Тереғолова менән. Ул да ҡасандыр беҙҙә алыштырғыһыҙ ине.... 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас