

Ҡалабыҙҙың 5-се мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла был акцияға әүҙем ҡушылды. Технология уҡытыусыһы Наталья Максимова 8 б класы уҡыусыларын Йыуаса, башланғыс класс уҡытыусыһы Гөлназ Исламғолова 4 а һәм 5 в класс ҡыҙҙарын «Бауырһаҡ» милли башҡорт аш-һыуҙарын әҙерләү серҙәренә өйрәттеләр.
5- се мәктәптә төрлө милләт уҡыусылары уҡый. Башҡорт теле уҡытыусыһы Земфира Байбулатова етәкләгән 5 в класс уҡыусылары үҙҙәренең яратҡан милли аш-һыуҙарынан ауыҙ иттеләр, уларҙың әсәйҙәре үҙҙәренең рецептары менән бүлешкән.
Балалар башҡорттарҙың - бауырһаҡ, урыҫтарҙың - ҡоймаҡ, татарҙарҙың - ваҡ бәлеш, сыуаштарҙың - бәрәмәс милли аҙыҡтарының бешереү серҙәрен өйрәнделәр.
26 ғинуарҙа 2 б класы кулинарҙары етәкселәре Наталья Бурнаева менән татар халҡының "Ғөбәҙиә" бәлешенең әҙерләү оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Был татлы ризыҡ бешереү сере менән «Нуга» кондитерының икмәк бешереүсеһе Рәзилә Нуғаева уртаҡлашты...
Земфира БАЙБУЛАТОВА, 5-се мәктәптең Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.