

Бында Рәсәй балалары һәм йәштәре ойошмаһының урындағы бүлексәһе асылды.
Нимә өсөн кәрәк булды быныһы? Беҙ мәктәп директоры Е. Канунникова менән һөйләшкәндә, ул шулай тине:
- Барыһы ла үткәндәргә кире ҡайта тигән кеүек, беҙ ҙә шул юл менән китеп барыш. Хәҙер бит баланы эшкә ҡушып та булмай, ата-әсәһе йүгереп килеп етә, ә ойошма булһа, уның үҙ уставы ла буласаҡ. Ошо уставҡа ярашлы, эшкә һөйөү ҙә тәрбиәләй аласаҡбыҙ. Әлбиттә, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү ҙә ситтә ҡалмаясаҡ.
Хәйерле сәғәттә, барлыҡ пландар ҙа тормошҡа ашһын, Елена Александровна, тормошоғоҙҙа гармония хөкөм һөрһөн!