

- Стәрлетамаҡ ҡалаһында, СФ УУНиТ-ның педагогика һәм психология факультетында 3 йыл белем алып, ниһәйәт, ҡулыма ҡыҙыл диплом алып, ҡыуанып йөрөгән көнөм. 3 йыл ярым уҡыу ваҡытында ғаиләнән айырылып, бәләкәй баланы ла ҡалдырып китергә тура килде. Гел ярҙам итеп, минең уҡыуымды хуплап торған әтей әнейемә, тормош иптәшем Рәсилгә, ҡәйнәмә, туғандарыма рәхмәт. Мәктәптәге коллегаларыма ла ҙур рәхмәт һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып ҡына торҙолар. Директорыбыҙ Самат Усман улына ла шулай уҡ рәхмәт. Иң тәүҙә мәктәпкәсә белем биреү бүлегенә уҡырға кергән инем, директорыбыҙ, тәрбиәсе һөнәренә колледжда белем алдың бит, икенсе йүнәлешкә күс, тип өгөтләне. Уны тыңлап, барҙым да беренсе сессияла уҡ педагогика һәм психология факультетына күстем. Бөгөнгө көндә тап ошо һөнәрҙе үҙләштереү менән шул тиклем ҡәнәғәтмен, сөнки психология үҙем өсөн бик тә ҡыҙыҡлы фән булып сыҡты. 3.5 йыл тәүҙә оҙаҡ кеүек булһа ла, бик тиҙ үтеп китте. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Уҡығыҙ тип кәңәш бирәм, олоһона ла кесеһенә лә.