“Юбиляр яҙыусылар һәм шағирҙар ижады” секцияһында 10-сы класс уҡыусыһы Аҙнабаев Ишморат Максим Горькийҙың “Бала саҡ” әҫәре һәм Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романын сағыштырыу нигеҙендә эҙләнгән “Бала саҡ – тормоштоң нигеҙе” эшен (ғилми етәксеһе З.С.Әбхәлимова), “Китапса түгел, халыҡса фекерлә” секцияһында 8 класс уҡыусыһы Сафаров Ислам Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминевтең ижадына бағышланған “Бер мәҡәлә тарихы” эҙләнеү эшен (ғилми етәксеһе Ф.Ғ.Ишкинина), 6 класс уҡыусыһы Әбдрәхимова Аделина “Башҡорт халыҡ ижадында күк есемдәре” (ғилми етәксеһе А.Н.Хәлилов), “Башҡортостан тарихы һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙләнеү эштәре” секцияһында 11 класс уҡыусыһы Вахитова Гөлнәзирә “Яҡшылыҡ булһын эшегеҙ” (ғилми етәксеһе Л.Ғ.Иҡбаева), “Башҡорт телен белеү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк” секцияһында 7 класс уҡыусыһы Исхаҡов Рәлиф “ Ҡуңырбуға” риүәйәтендә онотола барған һәм һирәк ҡулланылған һүҙҙәр” (ғилми етәксеһе А.Н.Хәлилов) эштәрен жюри хөкөмөнә тапшырҙылар.
Юғары кимәлдә үткән был сарала Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Күп мәҙәниәтле мөхиттә башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереүҙә инновацион моделдәр” түңәрәк өҫтәле ойошторолғайны. РПЛИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.С.Әбхәлимова “Әҙәбиәт дәрестәрендә сюжет элементтарын өйрәнеү” ҙә үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Фәүзиә ИШКИНИНА, РПЛИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф өлкәһендә маҡтаулы хеҙмәткәре.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.