Все новости
Мәғариф
26 Апреля 2023, 16:21

Уҡыуҙарға әҙербеҙ

Тиҙҙән ҡалала ҙур ваҡиға буласаҡ.

Уҡыуҙарға әҙербеҙ
Уҡыуҙарға әҙербеҙ
Исҡужин уҡыуҙары. Йолаға һалынған сара тиһәң дә була уны  - Республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференция. Мөхәмәт ағайҙың исемен йөрөткән уҡыу йортонда дыу килеп әҙерләнәләр был ваҡиғаға, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ебәрелгән әллә нисәмә ғилми эштәр тикшерелде, башҡа "ваҡ-төйәге" күҙҙән үткәрелде. 
Йома көнөндә ҡунаҡтарҙы көтәбеҙ. Әле генә прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова етәкселегендә кәңәшмә үтте. Ҡаланың йөҙөн күрһәтәсәкбеҙ, бер яҡтан шатлыҡлы күренеш, икенсе яҡтан, борсолоу, тулҡынланыу ҙа юҡ түгел - үтә мөһим, етди сара.
Автор:
Читайте нас: