Все новости
Мәғариф
12 Мая 2023, 12:33

Бюст та буласаҡ

Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында бөгөн тәүге тапҡыр Рәхимов уҡыуҙары уҙа.

Бюст та буласаҡ
Бюст та буласаҡ

Ошо күркәм сараға республикабыҙҙың 48 башҡорт лицей-гимназияһынан ҡунаҡтар килгән.
- Беҙ тәүгеләрҙән булып президентыбыҙ Путиндың указын үтәнек, сөнки ул, хөрмәтле ил ағабыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙатҡанда, уның исемен мәңгеләштерергә кәрәк тине һәм беҙ тәүгеләрҙән булып, уның исемен үҙебеҙҙең уҡыу йортона биреүебеҙ менән ғорурланабыҙ, шулай уҡ уның класын да асыуыбыҙға бик шатбыҙ. Бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, гимназиябыҙ алдына ил ағаһы Мортаза Рәхимовтың бюстын да ҡуясаҡбыҙ, - тип сәләмләне Рәхимов уҡыуҙарына йыйылған ҡунаҡтарын, Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының директоры Шайморат Тимербулатов.

Сараға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән, улар һәр береһе һүҙ тотто, һүҙ менән генә сикләнеп ҡалмаған ҡунаҡтар ҙа булды, улар уҡыу йортона нимәләр бүләк иткән, был турала тулыраҡ гәзиттә баҫылыр. 

Автор:
Читайте нас: