Все новости
Мәғариф
12 Мая 2023, 15:09

Ҡыуаныр ине

Был тиклем мәртәбәне тере сағында күрһә, ил ағаһы һис шикһеҙ ҡыуаныр ине.

Ҡыуаныр ине
Ҡыуаныр ине

Бөгөн, Рәхимов уҡыуҙары сиктәрендә, тантаналы рәүештә, Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында ил ағаһының исемен йөрөткән класс асылды.
- Был башҡорт теле класы, күҙ һалығыҙ әле, артҡы стенала ағайыбыҙҙың фотоһүрәте төшөрөлгән, уны Пермь ҡалаһынан талантлы рәссам төшөрҙө. Бына бында ағайыбыҙға арналған мөйөш эшләнек. Әлегә класс яңы асылып тора, киләсәктә уны тағы ла матурлап, үҫтерербеҙ, тағы ла йәмләрбеҙ. Был күркәм сарала ҡатнашҡан һәр берегеҙ, иҫтәлеккә ҡул тамғағыҙҙы ҡуйып ҡалдырығыҙ - тине гимназия директоры Шайморат Азамат улы.
Ошо тиклем матур сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар тулҡынланып һүҙ тотто, ҡотлау һүҙҙәре теҙҙе, был көндә водитель ролендә, гимназияға осраҡлы ғына килеп эләккән Юнир Һағынбаев, ҡунаҡтарҙы йыр бүләк итеп ҡыуандырҙы.

Автор:
Читайте нас: