Тиҙҙән уҡыу йылы башлана. Шуға күрә мәктәп автобустары ла тейешле тикшереү үтә. Профилактика сара йыл һайын яңы уҡыу йылы башлыныр алдынан үткәрелә. Тикшерү барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре районыбыҙҙың мәктәп автобустарының техник торошон тикшерҙе, айырыуса ҙур иғтибар төҫлө сигнализация, ашығыс ишектәр асылыу төймәһе, водитель картаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштарының дөрөҫ эшләүенә һ.б. баһа бирҙе. Инспекторҙар водителдәр менән әңгәмәләр ҙә үткәрҙе, балаларҙы йөрөтөү ни тиклем яуаплы эш булыуын аңлатты.
- Был бик кәрәк сара, балаларҙың имен-аман, уңайлы, йылы шарттарҙа йөрөүе ныҡ мөһим, - тине ЮХХДИ инспекторы, полиция капитаны Айнур РАХМАНҒОЛОВ.