

Йәрминкәлә уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар әүҙем ҡатнашты. Улар үҙ ҡулдары менән эшләнгән төрлө ризыҡтар, тәмлекәстәр, ҡул эше әйберҙәре һәм сувенирҙар алып килде. Балаларҙың тырышлығы менән бешерелгән бәлештәр, күмәстәр, торттар һәм башҡа тәмлекәстәр тиҙ һатылып бөттө.
Был көндә лицей майҙансығы ысын байрамға әйләнде. Һәр класс төрлө майҙансыҡтар әҙерләгән ине.
Бындай саралар йәштәрҙә миһырбанлылыҡ, берҙәмлек һәм Ватанға һөйөү хистәрен тәрбиәләй. Уҡыусылар үҙҙәренең ҙур булмаған өлөшөн индереп, яугирҙәребеҙгә ысын күңелдән ярҙам итә алыуҙарын күрһәтте. Эльвира Зубаирова Республика политехник лицей-интернатының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары