Все новости
Өмәләр
25 Сентября 2021, 10:58

Бер ҡайҙа ла алып китмәгеҙ

"Йәшлек" мәҙәниәт һарайы алды ла бөгөн гөр килә. Артистарыбыҙ ҙа өмәгә дәррәү ҡушылды, тирә-яғын йыйыштырырға кереште. Мәсет тирәһендә йырүмоң булманы (ярамаймы икән), ә бында, күңелдәрҙе дәртләндереп, музыка уйнай:"Забирай меня скорей,увози за сто морейи целуй ..."

Бер ҡайҙа ла алып китмәгеҙ
Бер ҡайҙа ла алып китмәгеҙ

Береһен дә бер ҡайҙа ла бер кемдә алып китмәһен, бер нимә эшләтмәһен инде, мәҙәниәтһеҙ, ошондай егәрле кешеләрһеҙ нисек йәшәрбеҙ?
Яугир-интернационалистар скверы янында моңһоу. Йыр юҡ ҡына түгел, бындағы халыҡ аптырашып торған һыиаҡ. Һыу көтәбеҙ тип аңлаттылар был һағышты. Уныһы килеп етте. Һыу- тереклек тиҙәр, дөрөҫ икән, йөҙҙәрҙә шунда уҡ йылмайыу барлыҡҡа килде.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: