Все новости
Өмәләр
24 Ноября 2021, 15:42

"Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый-ҡауырый..."

Ныҡ һағындырған икән бындай байрамдар - тап ошондай, күмәк халыҡ менән, зыңҡылдап торған һыуыҡта йырлай-бейей торғанын.Яҡшымбәт- Яҡшымбәт инде, Ҡаҙ өмәһенә ныҡ әҙерләнгәндәр. Октябрьскийҙан килгән бер апай, түҙмәй, әйтеп ҡуйҙы - һеҙҙекеләр хәтәр икән.

"Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый-ҡауырый..."
"Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый-ҡауырый..."

Хәтәр булмай, ҡаҙ һуйыуҙың бөтөн әтнәкәһен күрһәтте ҡыҙҙар, йолҡоу, өтөү, йыуыу, башын башҡа, ботон -ботҡа айырыу. Россия 1 каналынан килгән Рөстәм Ғәббәсов, беҙҙе күптән белгән кеше, был тамашаға ирәйеп китеп ҡарап торҙо - ҡаҙ безотходный мал икән.
Һыуға барҙылар. Йола йоласа булһын тип йөрөгән бәләкәс ҡыҙҙар ныҡ өшөнө, ашамлыҡ кешегә рәхәт кенә бирелмәй икәнен белеп үҫә балалар.
Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый-ҡауырый,
Хаттар яҙырга ярай
Уйнамағас та көлмөгәс,
Был донъя ниңә ярай.
Һыуға барғанда, әлбиттә, ошо йыр уйналды, йырламанылар, ауыҙҙар өшөгәйне, ахры. Шулай ҙа эстән генә һәр береһе көйләп барҙы - уйнап, көлөп кенә йәшәргә булһын алда ла, яҡшымбәттәр!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: