Все новости
Мәҙәни мөхит
9 Июня 2018, 12:04

ӘҮҘЕМ ҠУШЫЛЫҒЫҘ

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Дәүләт Думаһына туған телдәрҙе теләк буйынса уҡытыу тураһындағы закондың проекты индерелде. Был документты депутаттар 19 июндә беренсе уҡыуҙа тикшерергә тейештәр.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Дәүләт Думаһына туған телдәрҙе теләк буйынса уҡытыу тураһындағы закондың проекты индерелде. Был документты депутаттар 19 июндә беренсе уҡыуҙа тикшерергә тейештәр. Ләкин милли республикаларҙа йәшәүселәрҙең күбеһендә был закон проекты ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эргәһендә ойошторолған Ата-әсәләр комитеты ҙур акция уҙғара. Әле республикабыҙҙың бөтә ҡала һәм райондарында ла ил башлығы Владимир Путинға телебеҙҙе яҡлап яҙылған мөрәжәғәткә ҡултамғалар йыйыу бара. Ваҡыт бик аҙ. 13 июнь Өфөгә, ә унан беҙҙең ҡултамғалар ҡуйылған хаттар Мәскәүгә ебәреләсәк. Был мөһим документ аҫтына “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы. Һеҙ ҙә ошо сараға әүҙем ҡушылырһығыҙ, тип уйлайбыҙ, йәмәғәт, әсә телебеҙҙең киләсәгенә битараф булмайыҡ. Шулай уҡ түбәндә күрһәтелгән электрон адрестарға үҙ фекерегеҙҙе белдереп хат та яҙып ебәрергә мөмкин.

РФ Дәүләт Думаһы рәйесе В. В. Володинға, https://priemnaya.parliament.gov/ru/ru/message/. [email protected]

РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитет рәйесе В. А. Никоновҡа, https://priemnaya.parliament.gov/ru/ru/message/ [email protected] РФ Дәүләт Думаһының милли эштәр буйынса комитет рәйесе И. И. Ғилмутдиновҡа,

https://priemnaya.parliament.gov/ru/ru/message/ “Берҙәм Рәсәй”, «КПРФ», «ЛДПР», «Справедливая Россия» фракциялары етәкселәренә, https://duma.gov.ru/duma/deputies/7/ РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына.

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Ҡалалағы бөтә мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, ойошмаларға был хаттарҙы тараттыҡ. Һуң әйттеләр, шуға тиҙ арала ҡул тамғалары йыйып өлгөрөргә кәрәк. Бер көн эсендә 300-ләп ҡултамға йыйҙыҡ, берҙәм көс менән тағы ла күпләп йыйырбыҙ, тип өмөтләнәм. Ҡултамға ҡуймағандар ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Шулай ҙа берҙәм булһаҡ, беҙ еңәсәкбеҙ.

Юлай ИШМӨХӘМӘТОВ, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Ҡултамғалар йыйыу өсөн был хатты бик һуң ебәрҙеләр, шулай ҙа тик ятырға ярамай. Ҡулдан килгәнсә тырышып, ҡултамғаларҙы максималь рәүештә йыясаҡбыҙ.
Читайте нас: