Һабантуй ваҡытында әҙәбиәт өлкәһендәге маһирҙарға, район тормошона рухи-мәҙәни өлөш индереүселәргә ике йылға бер бирелә торған Баязит Бикбай исемендәге премияны ла тапшырҙылар. Был премия “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры, өс батырыбыҙ хаҡында фильмдар төшөргән Вилүрә Иҫәндәүләтоваға һәм Шәбағыштағы Пушкин музейы директоры Рафиҡ Әминовҡа тапшырылды.