«Мин һине яратам». Был һүҙҙе донъяла йәшәгән һәр кеше ишетергә хыяллана, көн һайын ошолайтып әйтер кешең булһа, Йыһандағы иң бәхетле кеше һин булаһың. Кешеһе кеше менән, хәҙерге заманда үҙең йәшәгән ҡала-ауылға ҡарата ла өндәшеү модаға инде, элек ауылына мөхәббәтен белдереп шағирҙар шиғыр яҙа ине, хәҙер был ғына аҙ, һөйөүҙе китапҡа яҙып йәки йөрәк түрендә генә йөрөтөү етмәй, бар ғаләм күргән ергә елле итеп яҙып ҡуйыу мотлаҡ.
Мәскәү, Лондондар, билдәле, алға киткән мегаполистар, улар инде күптән мөхәббәттәрен ҙур итеп яҙып, төрлө ергә ҡуйып бөттө. Үрмәксенән күрмәксе, Өфө, Ҡазан да ошолайтып, бар донъя күрһен беҙҙең һөйөүҙе, тип, йөрәк һүрәте менән биҙәп, урамдарына яҙыуҙар урынлаштырҙы. Торараҡ Күмертауҙа ла барлыҡҡа килде бындай йөрәктәр. Хәҙер теләгән кеше килеп фотоға төшә, балалар өҫтөнә менеп уйнай ала.
Был мөхәббәт модаһы ауылдарға ла килеп етте, ниһайәт. Яңы ғына «Мин Һине яратам» яҙыуы Ермолаевола ҡуйылды. Белһен, күрһен тыуған ауылы уны нисек һөйгәнен. Хәҙер беҙ ҙә шәһәрҙән кәм түгел, эшләһәк тә, йәшәһәк тә, мах бирмәйбеҙ.
Тиҙҙән Яманғол, Мәмбәтҡол һәм башҡа ауылдарҙа ла «Мин һине яратам» тигән елле яҙыу, уның янында селфи-мелфи яһап йөрөгән кешеләрҙе күрһәгеҙ, аптырамағыҙ, беҙ заман менән бергә атлайбыҙ.
… Тыуған яҡҡа һөйөүҙе яҙыуҙар яҙып ҡына түгел, изге эштәр ҡылып, тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнеп тә яратһаҡ ине. Юғиһә, тиҙҙән буп-буш ауылдарға ҡайтып, ана шул «МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ» яҙыуы алдында фотоға ғына төшөп китергә көн тороп ҡалыуы ихтимал. Һөйгәнеңде ситтән генә ҡарап яратып йөрөү эш түгел, уны тотоп ҡарап, тойоп, янында булып һөйөргә кәрәк.