Все новости
Мәҙәни мөхит
26 Июня 2018, 12:25

ИМАН НУРЫ БӨРКТӨ

Үткән кесаҙна көндө Стәрлебаш районында “Иман нуры” тип аталған Төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсы үтте. Ике йылға бер үткәрелә торған бәйгенең ойоштороусылары БР Мәҙәниәт министрлығы, Күмертау республика халыҡ ижады үҙәге һәм Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлеге.

Үткән кесаҙна көндө Стәрлебаш районында “Иман нуры” тип аталған Төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсы үтте. Ике йылға бер үткәрелә торған бәйгенең ойоштороусылары БР Мәҙәниәт министрлығы, Күмертау республика халыҡ ижады үҙәге һәм Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлеге.

Бәйгеселәрҙең сығыштарын БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Гөлназ Ғәлина менән Альмира Ҡыуатова, билдәле йырсы Радик Динәхмәтов, БРҙың халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы Минехана Баһауетдинова, республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертауҙағы филиалы мөдире Әлфиә Грязнова кеүек мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы.

Айгөл ИЛЬЯСОВА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертауҙағы филиалы буйынса методика-ойоштороу бүлеге мөдире, мөнәжәтселәр бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе:

- Был конкурс тәүҙә Стәрлебаш районында ғына үткәрелә торғайны, аҙаҡ мин төбәк-ара булһын, тип юғарыға тәҡдим менән сыҡтым. Аллаға шөкөр, хәҙер 4 йыл инде был бәйге төбәк-ара сара итеп үткәрелә. Бында Стәрлебаш, Федоровка, Ишембай, Мәләүез, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Благовар райондары һәм Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡалалары мөнәжәтселәре ҡатнаша. Бәйгегә был юлы 36 мөнәжәтсе килде. Башта ойоштороу ауырыраҡ ине, хәҙер йылдан-йыл халыҡ күберәк ҡатнаша башланы. Хәҙер күмәкләп тә, яңғыҙ ҙа мөнәжәт әйтеүселәр барлығы ҡыуандыра. Быйыл Көйөргәҙе районынан бер генә кеше ҡатнашһа, Күмертауҙан берәү ҙә булманы. Ауылдарҙа мөнәжәт әйтеүселәр бар, ә ниңәлер бәйгегә бармайҙар. Был бәйге тураһында мәҙәниәт бүлектәре начальниктарына алдан хәбәр ителгәйне, шулай ҙа ҡатнашырға теләүселәр булмаған. Гран-при был юлы Ишембай районы мөнәжәтсеһе Гөлфиназ Әхмәтйәноваға эләкте, ә Шәбағыштан ҡатнашыусы Илшат Нәжмиев үҙе яҙған эскелек тураһындағы мөнәжәте менән сығыш яһап “Актуаль проблема күтәргәне өсөн” дипломы менән бүләкләнде, - тине Айгөл Исмәғил ҡыҙы.


Читайте нас: