Все новости
Мәҙәни мөхит
29 Июня 2018, 12:11

ЯҠТАШЫБЫҘ ПЬЕСАҺЫ – КӨЙӨРГӘҘЕЛӘ

Беҙҙең тормош – театр, ә беҙ – унда уйнаған артистар, тигән бер бөйөк кеше. Шуғалырмы театрҙы ныҡ яратабыҙ.

Беҙҙең тормош – театр, ә беҙ – унда уйнаған артистар, тигән бер бөйөк кеше. Шуғалырмы театрҙы ныҡ яратабыҙ.

Һыйырҙы ташлап, театр күрәм тип, Өфөләргә барып йөрөп булмай, хәтерегеҙҙә булһа, элек ауылдарға артистар күп килә ине, бында йәшәгән берәй хәллерәк кешегә ҡунырға ебәрә торғайнылар Фиданды, Нурияны... Хәҙер заманалар үҙгәрҙе, театрҙар бик килеп тә бармай, ҡуна ятыуҙар ҙа юҡ (кешенең үҙенә ашарына самалы). Шулай ҙа беҙгә юҡ-юҡта ысын әртистәрҙе күрергә насип итә. Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районында Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрының гастролдәре бара. Уның әртистәр труппаһы кисә Шәбағышта беҙҙең яҡташ драматургыбыҙ Илшат Йомағоловтың «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» тип исемләнгән спектаклен ҡуйҙы, шәбағыштар рәхәтләнеп ҡараны, бөгөн иһә илкәнәйҙәр, иртәгә яңы морапталдар, кинйәабыҙҙар ҡараясаҡ. Яңыраҡ «Юшатыр»ға интервью биргән Ниса Бакированың (ул да Тимербайҙыҡы) 70 йәшлек юбилейы айҡанлы, уның хөрмәтенә ҡуйыла был спектакль.

Шаяртып әйткәндә, ирегеҙҙең, ҡатынығыҙҙың өҫтөгөҙҙән йөрөгәнен һиҙәһегеҙ, тик уны бер нисек тә фаш итә, эш боҙған мәлендә тота алмайһығыҙ икән, уларға нисек ҡапҡан ҡуйырға икәнен белеү өсөн клубҡа барығыҙ, Стәрле әртистәре һеҙҙе барыһына ла өйрәтеп ҡайтарыр.


Читайте нас: