Юшатыр
-10 °С
Ясна
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
3 Июль 2018, 12:48
«АТАЙ БАРЫҺЫН ДА БУЛДЫРА»
Беҙҙең айсыуаҡтар тик ята торған халыҡ түгел, бында аҙна һайын берәй ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә мәҙәни сара уйлап табып ҡына торалар. Яңыраҡ «Атай барыһын да булдыра» тип исемләнгән үҙенсәлекле, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә шундай сара үтте.

Атай тигән кеше бар нәмәгә лә оҫта булырға тейеш һәм бының шулай икәнен айсыуаҡтар сәхнәлә иҫбатланы ла инде. Ирҙәр бейене, француз телендә йырланы, көләмәстәр һөйләне (арыуҙарын ғына инде), комплименттар әйтте (тормош унһыҙ тормош түгел), күҙҙе бәйләп машинала руль артында ла йөрөнөләр... Һөҙөмтәлә ярышыусылар араһынан
Александр Кувайцев
иң шәп атай булып танылды.
Көйөргәҙе районының «Ғаилә» үҙәге етәксеһе
Наталья Савенковаға,
райондың мәрхәмәтлек фонды директоры
Фәнир Малбаевҡа,
ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе
Вера Фросинаға
атайҙарҙы атай итеп, был сараны үткәреүҙә ярҙам итешкәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ.
Екатерина НИҒМӘТОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: