Балалар кәрәкле ҡағиҙәләрҙе уйын формаһында ябайлаштырып, бик тиҙ үҙләштерҙеләр. Аҙаҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар был ҡағиҙәләр тураһындағы “Юл фәне әлифбаһы” исемле киноны ла яратып ҡараны. Күңелле лә, бик файҙалы ла булған сара һуңында һәр ҡатнашыусыға юл ҡағиҙәләре тураһында белешмәләр таратылды. Шулай уҡ уҡыусыларға был темаға ҡағылышлы китаптарҙан әҙерләнгән күргәҙмә лә бик оҡшаны. Һәр бала үҙе өсөн юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙә боҙмауҙа һәм иғтибарлылыҡта икәнлекте аңлап, үҙҙәренә һығымта яһаны.