Все новости
Мәҙәни мөхит
20 Июля 2018, 14:23

ЙЫРЛАП-БЕЙЕП КЕНӘ ЭШ БӨТМӘЙ

Мәҙәниәт йорто күңел асыу урыны ғына түгел, ул халыҡты рухи йәһәттән байыта, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрә, йәшәүгә дәрт бирә торған урын да. Ошоно иҫәптә тотоп, районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Ирина Песецкая: “Беҙгә йыл әйләнәһенә тынмай эшләр кәрәк”, - ти. Ысынлап та, районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарының клубтары, мәҙәниәт йорттары уның ҡарамағында. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн дә яуаплы ул.

Мәҙәниәт йорто күңел асыу урыны ғына түгел, ул халыҡты рухи йәһәттән байыта, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрә, йәшәүгә дәрт бирә торған урын да. Ошоно иҫәптә тотоп, районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Ирина Песецкая: “Беҙгә йыл әйләнәһенә тынмай эшләр кәрәк”, - ти. Ысынлап та, районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарының клубтары, мәҙәниәт йорттары уның ҡарамағында. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн дә яуаплы ул.

- Оҙаҡламай көткән ремонт эштәре башланасаҡ, бының өсөн ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Быйыл күптән хыялланған “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда ла төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Бының өсөн барлығы 97 млн. һумға яҡын суммаға смета төҙөлдө. 10 млн. һумдан артығырағына бинаның түбәһен алмаштырыу, 54. млн. һумға бүлмәләрҙе ремонтлау һәм 33 млн. һумға ҡорамалдар алыу ҡаралған. Шулай уҡ, балаларҙы ҡыуандырып, 13 млн. һумға музыка мәктәбенә лә ремонт яһаласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, сәнғәт мәктәбе ныҡ иҫке булыу сәбәпле, был уҡыу йорто элекке Ермолаево спирт-араҡы комбинатының контораһына күсәсәк. Әле ремонтты башлау өсөн документ эштәрен тәртипкә килтереп йөрөйбөҙ. Киләсәктә балалар сәнғәт мәктәбендә барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортона ремонт эшләү өсөн смета төҙөгәндә барлыҡ эштәрҙе лә кереткәйнек, әммә бинаның тышҡы йөҙөн һәм нигеҙен һыуҙан һаҡлаусы откос эшләү өсөн аҡса етмәй ҡалды. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа 850 мең һум өҫтәмә аҡса һорап хат яҙҙыҡ. Әхәт Йәүҙәт улы ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Планда бар сараларҙы ла үҙ ваҡытында башҡарған зәктәрҙең мәҙәниәт усағы ҡыйығына ла капитал ремонт яһау тора. Был маҡсатҡа 400 мең һум аҡса бүленәсәк.

Абдул ауылы клубы ла ситтә ҡалмай быйыл. Унда ҡаҙан алып, йылытыуға монтаж эшләтеү өсөн аукцион үткәреү процедураһы бара. Шулай уҡ был мәҙәниәт усағында иҙән түшәү, стеналарын һылау кеүек эштәр бар. Бында инде РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Айсыуаҡта ла йылытыу системаһы менән һәр саҡ проблема. Быйыл был проблеманы хәл итеп, иҫәпләү приборҙары ҡуйырға уйлайбыҙ.

Мәҙәниәтте үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырмаған, һәр саҡ ярҙам итергә тырышҡан Әхәт Йәүҙәт улына, уның кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитоваға рәхмәт әйтке килә”, - ти Ирина Вацлавовна.

Беҙ районыбыҙ мәҙәниәт усаҡтарының материаль-техник базаһынан тыш, кадрҙар мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

- Ғөмүмән, мәҙәниәттә эшләгән кешеләрҙең күңелдәре лә мәҙәниәтле булырға тейеш. Үҙ эшен бар күңелен биреп, илһамланып башҡармаған кешегә был һөнәрҙә урын юҡтыр, тип уйлайым. Йырлап-бейеп сәхнәлә баҫып тороу менән генә мәҙәниәт хеҙмәткәренең эше бөтмәй. Ул һәр саҡ яңы идеялар менән янып йөрөргә, үҙ өҫтөндә эшләү, яңы эҙләнеүҙәр менән мәшғүл булырға тейеш. Ә хәҙер ундай кадрҙарҙы табыуы бик ауыр. Йәштәр эш хаҡы күберәк түләнгән эште үҙһенә. Ә инде эшкә килеп, бөгөн концерт юҡ бит әле, тип ойоп ултырған әҙәмдәрҙе минең йәнем һөймәй. Концертта ғына тормай бит эш, шуны аңлаһындар ине.

Быйыл тағы бер ҡыуанысыбыҙ - баян алыу булды. Бының өсөн дә Әхәт Йәүҙәт улына рәхмәт әйтер кәрәк, ул беҙгә аҡса бүлде. Йыл да ундай баянды алыу мөмкинлеге юҡ, шуға беҙ бик тә ҡәҙерләп кенә тотонабыҙ. Баян яҙмышы өсөн яуаплы кешене лә билдәләп ҡуйҙыҡ. Берәй сара бөтөү менән, беҙ уны махсус урынға индереп бикләп тә ҡуя һалабыҙ”, - ти етәксе.

Районыбыҙ мәҙәниәт усаҡтарында ремонт эштәре башланыуға барыһы ла һөйөнә, сөнки эштәр тамамланғас, халыҡ өсөн күңелле ял итеү, үҙ-ара аралашыу өсөн уңайлы шарттар артасаҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, үҙешмәкәр артистарҙың да илһамланып ижад итеү мөмкинлеге бермә артыр.
Читайте нас: