Все новости
Мәҙәни мөхит
4 Сентября 2018, 11:57

ЙОЛАЛАР ТЕРГЕҘЕЛӘ

Күптән түгел Яҡшымбәт ауылында үткән Шәжәрә байрамында 82 йәшлек Ришат Хисаметдин улы Бикмаевтарҙың йорто янында ике ҡыҙыҡлы факт күреп ҡайттыҡ һәм уға айырым туҡталып үтмәйенсә булдыра алманыҡ.

Күптән түгел Яҡшымбәт ауылында үткән Шәжәрә байрамында 82 йәшлек Ришат Хисаметдин улы Бикмаевтарҙың йорто янында ике ҡыҙыҡлы факт күреп ҡайттыҡ һәм уға айырым туҡталып үтмәйенсә булдыра алманыҡ.


Уларҙың тәүгеһе — самауыр. Ябай ғына самауыр түгел ул, ә шәжәрә самауыры. Был турала Өфөнән ҡайтҡан ҡунаҡ — Рафиҡ Рафаэль улы Бикмаев:

- Борон-борондан Бикмаевтар нәҫеленең ҡатын-ҡыҙҙары яғынан быуындан-быуынға шәжәрәләре яҙылған самауыр тапшырып барған. Ҡыҙғанысҡа, йылдар үтеү менән ул боронғо еҙ самауыр юғалған. Хәҙер беҙ ошо матур йоланы тергеҙеп, үҙебеҙсә әҙерәк үҙгәртеп, Бикмаевтарҙың иң оло ир-затына ошо өр-яңы шәжәрә яҙылған самауырҙы тапшырып барырға булдыҡ. Шулай итеп, беҙ үҙебеҙҙең Бикмаевтар нәҫеленең ошондай бер йолаһын тергеҙәсәкбеҙ, - тип һөйләне.

Икенсе ҡыҙыҡлы күренеш — бик боронғо музыка ҡоралы «Била» ине. Элекке замандарҙа Бикмаевтар нәҫеле бөтә әһәмиәтле сараларҙы ошо музыкаль ҡоралға һуғып башлар булғандар. Уның тауышы йыраҡҡа яңғырап ишетелгән, хатта, моңо кешене тынысландырырға һәләтле. Бикмаевтар бер нисә йыл рәттән үҙҙәренең ғаилә-ара спорт ярыштары үткәреп тора һәм бына ошо музыка ҡоралы уларҙың матур ғаилә байрам сараларының төп биҙәге булып торасаҡ.
Читайте нас: