Все новости
Мәҙәни мөхит
14 Сентября 2018, 13:24

БЕРГӘЛӘШЕП ЭШЛӘЙБЕҘ

Зәк-Ишмәт клубында Гөлсара Вәкил ҡыҙы Рәшитова бик матур итеп «Асыҡ ишектәр көнө» ойошторҙо.

Зәк-Ишмәт клубында Гөлсара Вәкил ҡыҙы Рәшитова бик матур итеп «Асыҡ ишектәр көнө» ойошторҙо. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ярҙамында бында төрлө ҡул эштәренән, көҙгө байлыҡтарҙан күргәҙмәләр әҙерләнде. Ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлбаныу Зиннур ҡыҙы Зәйнәғәбдинова килде. Күмәкләшеп киләһе байрамдарҙы нисегерәк үткәрергә кәрәклеге хаҡында кәңәшләштек, пландар ҡорҙоҡ. Тиҙҙән Бөтә Рәсәй экологик өмәһе буласаҡ, шунда ҡайҙа, нимә эшләргә лә һөйләштек. Шулай уҡ юбилярҙарыбыҙҙы ҡотларға әҙерләндек, бергәләшеп сәй ҙә эсеп алдыҡ. Аллаға шөкөр, беҙҙең ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәре татыу эшләй, һәр сарала бик теләп ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла рәхмәт әйтке килә.


Читайте нас: