Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
14 Сентябрь 2018, 13:39

МОРАПТАЛДАР НИҢӘ ЙОҠЛАМАны?

Элекке көнө, төндә, кем нимә эшләгәндер, ә морапталдар йоҡламаны.

Элекке көнө, төндә, кем нимә эшләгәндер, ә морапталдар йоҡламаны. Улар театр төнө үткәрҙе. Үҙешмәкәр артистар, элегерәк ниндәй ролдәр башҡарғандарын иҫкә алып, моңайып та, шатланып та ултырҙылар, ҡайһы бер спектаклдең өҙөктәрен уйнап та күрһәттеләр. Яңыраҡ үҙҙәре сәхнәгә сығарған «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» спектакленең видеояҙмаһын ҡаранылар. Театр яратҡан кеше насар кеше булмай, тигәнде ныҡ иҫтәрендә тота Мораптал халҡы Шуға күрә сәнғәттең был төрөнә иғтибарҙары ла ҙур - театр тиһәң, хатта йоҡламаҫҡа ла ризалар.
Читайте нас: