Все новости
Мәҙәни мөхит
25 Сентября 2018, 10:22

МӨХӘББӘТ ЯЛҠЫТМАЙ

- Хәсән Хәжиәхмәт улы, әле һеҙ үҙегеҙҙең “Парлы һандуғастар” тип исемләнгән концертығыҙ менән республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөйһөгөҙ. Ҡатынығыҙ Зилә ханым менән икәүләп дуэт йырлағанға концертты ла тап шулай тип атанығыҙмы?

- Хәсән Хәжиәхмәт улы, әле һеҙ үҙегеҙҙең “Парлы һандуғастар” тип исемләнгән концертығыҙ менән республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөйһөгөҙ. Ҡатынығыҙ Зилә ханым менән икәүләп дуэт йырлағанға концертты ла тап шулай тип атанығыҙмы?

- Зилә менән бергә йәшәүебеҙгә 15 йыл, ошо юбилейыбыҙға арнап программабыҙҙы “Парлы һандуғастар” тип атаныҡ та инде. Ижади сәфәребеҙҙә беҙҙең менән бергә популяр йырсы Ришат Ғәлиханов, Куба республикаһынан махсус ҡунағыбыҙ Элио Гомез та ҡатнаша, ул рус телендә йырлай. Концертты һеҙҙең яҡташығыҙ, мәрәкәсе Рәмзил Ниғмәтуллин алып барасаҡ.

- Беҙҙең яҡтарҙа йыш ҡына булаһығыҙ, башҡа ерҙәге халыҡ менән сағыштырғанда Күмертау, Көйөргәҙе халҡы нимәһе менән айырыла?

- Бик йыш булмайбыҙ, тип әйтә алмаҫ инем, һәр саҡ һеҙҙең тарафтарға килергә атлығып торабыҙ. Концерттар менән күп яҡтарҙа сығыш яһарға тура килә, һәр ерҙең халҡы айырылып тора. Һеҙҙең Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы халҡы үҙҙәренең алсаҡлығы менән ныҡ оҡшай. Иҫтә ҡалырлыҡ ҡыҙыҡлы хәлдәр булғаны юҡ, әммә был концертта яҡшы кәйеф тыуҙырырлыҡ ваҡиғалар булыр, тип көтәм.

- Һеҙ хәләл ефетегеҙ Зилә менән өйҙә лә, юлда ла, гастролдәрҙә лә һәр саҡ бергә. Бер-берегеҙҙән ялығып китмәйһегеҙме?

- Ҡыҙыҡ һорау. Был һорауҙы күп кеше бирә беҙгә. Беҙ гастролдәргә бергә йөрөй башлағанға ла 10 йыл тулды. Юҡ, бергә булыу бер ҙә ялҡытмай. Бер һүҙ менән генә әйткәндә, мөхәббәт бер ҡасан да ялҡытмай.

- Икегеҙ ҙә сәхнә кешеһе булғас, балаларығыҙ ҙа киләсәктә һеҙҙең юлығыҙҙы һайларҙармы икән?

- Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. 8-се класта уҡыған Шәүрә ҡыҙыбыҙ менән 3-сө класта белем алған Урал исемле улыбыҙ бик тә моңлолар. Йыр, бейеү түңәрәктәренә бик теләп йөрөйҙәр. Әлегә уҡыу менән мәшғүлдәр, ә каникул ваҡыттарында яҡын-тирәлә үткән концерттарыбыҙға үҙебеҙ менән алып йөрөйбөҙ. Шәүрә күберәген сит ил эстрадаһы менән ҡыҙыҡһына. Инглиз, испан телдәрендә йырҙар йырларға ярата. Оҙайлы гастролдәргә китһәк, туғандар, өләсәйҙәре килеп ҡараша үҙҙәрен.

- Киләсәккә пландарығыҙ нисек, яңы йырҙар, программалар көтөргә буламы?

- Пландарыбыҙ - халыҡтан айырылмаҫҡа. Яңынан яңы йырҙар менән тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырырға.

- “Юшатыр” гәзите уҡыусыларына әйтер теләктәрегеҙ?

- Йырҙан-моңдан айырылмаһындар һеҙҙең уҡыусыларығыҙ. Иҫәнлектә-һаулыҡта, дәртләнеп, уйнап-көлөп кенә бәхетле тормошта йәшәүҙәрен теләйем, һәм барығыҙҙы ла 28 сентябрҙә Күмертау ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йортонда үҙебеҙҙең концертыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: