55 йәште үткәндәр араһындағы был бәйгелә Зөһрә Абукаева (Мораптал), Рәйлә Зәйнуллина (Ермолаево мәҙәниәт йортонан), Нәсимә Әмирханова (Молокан), Ләлә Батыршина (Яманһары), Маһинур Мәҡсүтова (Яҡшымбәт) кеүек ҡатын-ҡыҙҙар ярышһа, Сәлим Әбсәләмов (Яҡшымбәт), Фәнис Рахманғолов (Яҡут), Булат Урманбәтов (Ҡансура ауыл клубынан), Рәжәп Юлбарисов ( Мораптал) кеүек ир-егеттәр ҙә үҙ көстәрен лайыҡлы һынаны.
Сарала ҡатнашыусылар барыһы ла ныҡлы әҙерләнгәндәр. “Көҙгө байлыҡ” тип аталған тәүге һынауҙа һәр бәйгесе баҡсаһында үҫтергән уңыштарынан эшләнгән аҙыҡ-түлектән бай күргәҙмә ойошторғайны. Артабан булған танышыу конкурсында ла һәр кем үҙе менән ҡыҙыҡлы ла, оҫта ла итеп таныштырҙы. Бигерәк тә, Рәйлә Зәйнуллинаның ҡобайыр формаһында ейәне менән сығыш яһауы барыһына ла оҡшаны. “Күңелебеҙ әйҙә йырлаһын” тип аталған ижади ярышта барлыҡ конкурсанттар ҙа үҙҙәренең йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Айырыуса романтик дефиле бәйгеһе сағыу булды. Һәр кем көҙгө япраҡтар менән биҙәлгән күлдәктәрҙә үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәре менән мода күрһәтте. “Йәшлек” мәҙәниәт йорто режиссеры Йәмилә Рамаҙанова менән Яҡшымбәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фидан Булатов алып барған матур сара районыбыҙ мәҙәниәт һарайы артистарының концерт номерҙары менән биҙәлде.